Һинд даръяһы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

* * *


Һинд даръяһы,
ярһымасы шулай,
Йоторға ла мине маташма,
Мин бары тик һиндә ҡунаҡ ҡына,
Аһәңләнеп, ҡылам тамаша.
Ҡунаҡ ҡына.
Кемдер берәү кеүек
Килмәгәнмен итек йыуырға,
Кенәм дә юҡ, бурыс энәм дә юҡ,
Сәбәп тә юҡ юлым быуырға.
Ярыңдағы ебәк ҡом өҫтөнән,
Рөхсәт итсе, алам ҡабырсаҡ.
Тап шундайҙы таҡҡан өләсәйем,
Һинән килгән, тимәк, ул бер саҡ.
Донъяның һин әсе күҙ йәшеме,
Кешелектең тоҙло тиреме,
Төбөңдәге утҡа ҡалҡан булып
Ҡаплағанға Ер ҙә тереме?!
Үҙең кеүек тәрән тарихың да,
Рәхимле лә үҙең, уҫал да,
Күпмеләрҙең юлын асҡанһыңдыр,
Күпмеләрҙе йотҡан туфандар.
Меҫкен генә - аяҡ аҫтында, тип
Әйтә алыр икән кем йәлләп!
Тәрәнлегең, киңлегең алдында
Башым эйәм, ОКЕАН йәнәп!


2014